КУЗНЕЦ Михаил Мефодиевич (30.9.1900, Киев губ. Горянка а. — 1959, Киев), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (1939), проф. (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Киев мед. ин‑тын тамамлаған (1927), 1931 й. алып шунда уҡ уҡыта, 1939—42 йй. Ленинград һәм Куйбышев ҡҡ. хәрби‑мед. академияларында эшләй, 1945—53 йй. БДМИ‑ның дерматовенерология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1946 й. алып Башҡ‑н тире‑венерология ҒТИ‑нда ғилми етәксе. 1954 й. башлап Киевта эшләй: мед. ин‑тында (тире һәм венерик ауырыуҙар каф. мөдире), бер үк ваҡытта тире‑венерология ҒТИ‑нда (1955 й. тиклем дир. урынбаҫары). Фәнни эшмәкәрлеге венерик (сифилис, гонорея) һәм тире ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау проблемаларына, тире ҡартайыуының гистологик билдәләрен тикшереүгә арналған. К. тарафынан Б.В. һуғышы йылдарында хәрбиҙәрҙең тире патологияһы үҙенсәлектәре, БАССР‑ҙа бәшмәк ауырыуҙары эпидемиологияһы өйрәнелә. 70‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1945). Башҡ‑н дерматовенерологтары йәмғиәте (1945 й. алып) һәм Дерматовенерологтарҙың Бөтә Украина ширҡәте (1954 й. алып) рәйесе.

Хеҙм.: Опыт советской медицины в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг. М., 1949 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке