КУДРЯШЁВ Пётр Михайлович (1797, Ырымбур губ. Верхнеурал ҡ. — 9.5.1827, Ырымбур ҡ.), урыҫ яҙыусыһы, тарихсы. Верхнеурал хәрби етемдәр уч‑щеһын тамамлағандан һуң Ырымбур айырым корпусында (1817—1827) хеҙмәт итә. Фольклор мотивтары б‑са яҙылған “Абдрахман” поэмаһында (ҡулъяҙмаһы табылмаған; өҙөктәре 1826—27 йй. баҫыла), “Әбдрәш” (“Абдряш”; 1827) повесында башҡ. батырҙарының героик образдары тыуҙырылған. “Исҡаҡ” (“Искак”; 1830) повесында Башҡортостан халыҡтары тормошоноң киң панорамаһы һүрәтләнгән. “Башҡорттарҙың хөрәфәттәре һәм ышаныуҙары” (“Предрассудки и суеверия башкирцев”, 1826) мәҡәләһендә башҡорттарҙың традицион байрамдарын, йолаларын, инаныуҙарын тикшерә. “Башҡортостан тарихы” (“История Башкирии”) хеҙмәтендә башҡ. халҡының этнографияһы, фольклоры һәм тарихы б‑са мәғлүмәттәр тупланған [баҫылмаған; “П.Кудряшёвтың башҡорттарҙың мәғарифы, дине, көнкүреше һ.б. тураһында очеркы” (“Очерк П.Кудряшёва о просвещении башкир, их религии, быте и т.д.”) исемле ҡулъяҙмаһы Рәсәй дәүләт әҙәбиәт һәм сәнғәт архивында һаҡлана]. “Башҡорттоң һөйгәне менән хушлашҡаны”, “Башҡорттоң яу алды йыры”, “Башҡорттоң яуҙан һуң йырлағаны”, “Башҡорт ҡыҙына” исемле башҡ. халыҡ йырҙарын урыҫ теленә тәржемә итеп баҫтырып сығара. Күпселек әҫәрҙәре 1822—30 йй. “Вестник Европы” (“Европа хәбәрҙәре”, Петербург), “Отечественные записки” (“Ватан яҙмалары”, Мәскәү) жж. баҫыла. 1821—27 йй. Ырымбур йәшерен йәмғиәтен етәкләй.

Әҙәб.: Рахимкулов М.Г. Встречи с Башкирией. Уфа, 1982.

И.М.Гвоздикова, М.Ғ.Рәхимҡолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке