КУДРЯШЁВ Александр Фёдорович (29.7.1946, Харьков ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (1989), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) Бөтә Союз эксперименталь физика ҒТИ‑ның (Арзамас-16 ҡ.), 1972—73 йй. СССР ФА БФ‑тың ғилми хеҙм‑ре. 1976 й. алып БДУ‑ла эшләй: 1990 й. башлап филос. каф., 2000—13 йй. филос. һәм фән методологияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1995—2011 йй. РФА Өфө ФҮ‑лә филос. һәм фән тарихы каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре белемдең методологик һәм соц. нигеҙҙәрен системалы тикшереүгә, уларҙың онтологик, гносеологик, теоретик һәм логик берлеген асыуға, онтология һәм матем. философияһы проблемаларына арналған. “Белемде нигеҙләү проблемаһы” методологик семинары етәксеһе (1991), РФ Мәғариф һәм фән министрлығы “Философия” Баш советының “Онтология” секцияһы рәйесе (1999). Фихте И.Г. исемендәге Өфө йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Единство наук: основания и перспективы. Свердловск, 1988; Бытие. Уфа, 2001 (авторҙ.); Онтология и миф в генезисе философии. Уфа, 2012 (авторҙ.).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке