КУДИМОВ Павел Васильевич (1899, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Үрге Әүжән-Петровск заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Үрге Әүжән а., — 27.10.1943, Украина ССР‑ы Ходоров а. янында), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936 й. алып Түбә руднигында (Баймаҡ р‑ны) эшләй. 1942 й. башлап Воронеж, 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40‑сы армия 253‑сө уҡсылар див. 979‑сы уҡсылар полкының взвод ком. старшина К. 1943 й. 26 сент. Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). Тыуған ауылында урамға К. исеме бирелгән, Белорет ҡ. һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Илл.: П.В.Кудимов

Текст на русском языке