КУДАШКИНА Наталья Владимировна (8.7.1967, Пермь ҡ.), фармакогност. Фарм. ф. д‑ры (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1989) шунда уҡ эшләй: 2005 й. алып ботаника һәм фитотерапия нигеҙҙәре курсы м‑н фармакогнозия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре гинекологик ауырыуҙар фитотерапияһына, Башҡортостандың ҡайһы бер райондарындағы дарыу үҫемлектәренең геохимик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. К. ҡатнашлығында бактериаль вагинозды, аналыҡ ҡушылмалары шешеүҙе һ.б. дауалау өсөн препараттар, күп компонентлы үҫемлек йыйылмаһы ҡулланып аднекситтарҙы дауалау ысулы эшләнә. 250‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Проблемы экологии: принципы их решения на примере Южного Урала. М., 2003 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке