КУГУШЕВА Мария Вячеславовна (20.9.1892, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Үҙән утары – 22.6.1950, Өфө), муз. белгесе, педагог, муз. эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1945). В.А.Кугушевтың ҡыҙы. Мәскәү филармония йәмғиәтенең Муз.‑драма уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1917) Рәсәй муз. йәм ғиәтенең Өфө бүлексәһендә уҡыта, 1919 й. алып Башглавполитпросветтың концерт төркөмөндә, 1922 й. – БАССР ХК‑ның хәрби эштәр б‑са художество етәксеһе, Башҡ. муз. уч‑щеһында (ҡара: Сәнғәт училищеһы) уҡыта, уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире була, бер үк ваҡытта 1943 й. башлап Башҡ. филармонияһының лектор‑муз. белгесе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында муз. кисәләр, лекциялар үткәрә һәм госпиталдәрҙә, хәрби хеҙмәткә саҡырыу пункттарында концерттар ойоштора. Өфө муз. педагогтары союзын ойоштороусыларҙың береһе (1918). Уҡыусылары араһында Л.П.Атанова, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре М.А.Черданцева.

Әҙәб.: Троицкая Л.Н., Ахмадиева Р.Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Илл.: М.В.Кугушева

Текст на русском языке