КУГУШЕВ Вячеслав Александрович (22.1.1863, Өфө — 30.8.1944, Мәскәү), кенәз, рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы (1907—19). С.‑Петербург урман ин‑тын тамамлаған (1886). 1884—1905 йй. бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1887—93 йй. Өфө губ. лесничий ярҙамсыһы, 1898—1902 йй. Өфө губерна земствоһы гласныйы, губерна земство башҡармаһы рәйесе вазифаһын башҡара. 1901 й. Е.С.Сазонов, А.И.Свидерский һ.б. м‑н берлектә Урал социал-демократтар һәм социал-революционерҙар союзын ойоштора. “Азатлыҡ союзы”, РСДРП, Социал-революционерҙар партияһы эшмәкәрлегенә финанс ярҙамы күрһәтә. 1906—09 йй. Дәүләт советы ағзаһы, 1909—18 йй. Дон ер банкыһы хеҙм‑ре. 1918 й. алып Өфө губ. Аҙыҡ-түлек ХК вәкиле, 1921—22 йй. Бөтә Рәсәй ҮБК эргәһендәге Асығыусыларға ярҙам комиссияһы ағзаһы, 1923—30 йй. Бөтә Союз кооператив банкыһы хеҙм‑ре.

Әҙәб.: Шейнис З.С. Солдаты революции: девять портретов. М., 1978; За власть народную. Уфа, 1989.

Р.Әәүләтшин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке