КОЗИЦКИЙ Филипп Емельянович (23.10.1893, Киев губ. Летичевка а. — 27.4.1960, Киев), комп., музыка белгесе, педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. Украина ССР‑ының атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1943). Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Өфөлә эвакуацияла була, 1941—43 йй. Композиторҙар союзы эшендә ҡатнаша. Башҡ. муз. фольклорын өйрәнгән. “Башҡорт халҡының вокаль музыкаһы” (“Вокальная музыка башкирского народа”), “Башҡортостандың музыкаль мәҙәниәте” (“Музыкальная культура Башкирии”), “Башҡорт эпосы, фольклоры һәм халыҡ йырҙары тураһында” (“О башкирском эпосе, фольклоре и народных песнях”) һ.б. ҡулъяҙмалар авторы. Әҫәрҙәрендә башҡ. халыҡ көйҙәрен һәм интонацияларын ҡулланған: Х.К.Ибраһимов м‑н берлектә яҙылған “Ватан өсөн” операһы (1941—43; С.Ҡудаш либреттоһы), ҡыллы оркестр өсөн башҡ. темаларына Сюита, фп. өсөн башҡ. темаһына Вариациялар, “Уйна, ҡурай” (“Играй, курай”) хоры, күмәк башҡарылған хәрби йырҙар һ.б.

Әҙәб.: Атанова Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992.

 С.И.Махней

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.