КУГУЛЬТИНОВ Дауыт Никитич (13.3.1922, Ҡалмыҡ авт. өлк. Гахан‑Авганара а. – 17.6.2006, Элиста), шағир. Ҡалмыҡ АССР‑ының халыҡ шағиры (1969). Соц. Хеҙмәт Геройы (1990). “Моабит тотҡоно” (“Моабитский узник”; 1958), “Аҡыл сыуалышы” (“Бунт разума”; 1965—71) поэмалары, “Йөрәк күҙҙәре менән” (“Глазами сердца”; 1958), “Мин замандашың һинең” (“Я твой ровесник”; 1966), “Апрель саҡырыуы” (“Зов апреля”; 1975) һ.б. шиғри йыйынтыҡтар авторы. К. әҫәрҙәренең темаһы — ҡалмыҡ халҡы яҙмышы, фәлс.-этик мәсьәләләр. Ул бер нисә тапҡыр Башҡортостанға килә, башҡ. яҙыусылары м‑н осраша. “Ижад” (“Творчество”) шиғырын М.Кәримгә арнаған. К. әҫәрҙәрен М.Ғәли, Р.Ф.Мифтахов, Х.Назар, С.Әлибай, Ә.Әхмәт-Хужа һ.б. башҡ. теленә тәржемә иткән. СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1976), РСФСР‑ҙың М.Горький ис. Дәүләт пр. (1967) лауреаты.

Әҫәрҙ.: Мин замандашың һинең: шиғырҙар һәм поэма. Өфө, 1975.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке