КОЖЕВНИКОВ Павел Андреевич (19.3.1942, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Сталин а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Мағаш а.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1960—62 йй. Өфөнөң 1‑се ТЭЦ‑ы балта оҫтаһы. 1965 й. алып “Башстройтранс” тресының 1‑се автобазаһы, 1994 й. — “Чародейка” ААЙ водителе. 1996—2006 йй. «“Эколог” Башспецнефтестрой» 2‑се төҙөлөш-монтаж идаралығы ЯАЙ‑нда: водитель, 2002 й. башлап хәүефһеҙлек хеҙмәте инспекторы. 1‑се (1989), 2‑се (1986), 3‑сө (1978) дәрәжә Хеҙмәт Даны орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Илл.: П.А.Кожевников

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.