КУВЫКОВ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Әхмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 977 кеше; 1920 — 948; 1939 — 987; 1959 — 560; 1989 — 317; 2002 — 318; 2010 — 294 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1754 й. керҙәшлек килешеүе б‑са удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1803 й., 1816 й. бында ш. уҡ шарттарҙа крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултыра. 1795 й. 200 кеше йәшәгән, 1865 й. 102 йортта — 747 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 ел тирмәне булған. 1906 й. сиркәү- мәхәллә мәктәбе, 2 май һығыу з‑ды, 2 тимерлек, 3 ел тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ф.П.Крашенинников ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке