КОЖЕВНИКОВ Алексей Венедиктович (6.3.1891, Вятка губ. Хабазы а. — 5.1.1980, Мәскәү), яҙыусы. “Һаумы, юл!” (“Здравствуй, путь!”; 1936), “Океан туғаны” (“Брат океана”; 1939), “Тере һыу” (“Живая вода”; 1950) һ.б. романдар авторы. Урал халыҡтарының рев‑цияға тиклемге тормошона арналған “Алтын ярлылар” [“Золотая голытьба”, 1927; яңы редакцияла “Бөйөк осош һуҡмағында” (“На Великой лётной тропе”), 1980] романында башҡорттарҙың ауыр хәле һүрәтләнә, башҡ. халҡының азатлығы өсөн көрәшкән батыр образдары ижад ителә. Сталин пр. лауреаты (1951).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке