КУВЫКИН Степан Иванович (25.10.1903, Һарытау губ. Алай а. — 16.9.1974, Мәскәү), инженер-нефтсе, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Техник ф. канд. (1957). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1957). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1947). 1927 й. алып “Азнефть” тресының (Баҡы) быраулау контораһында, 1938 й. — “Востокнефть”, “Бугурусланнефть” трестарында (Ырымбур өлк.) эшләй. 1942 й. башлап “Башнефть” берекмәһе нач., 1957 й. — Башҡ‑н ХХС‑ының Нефть сығарыу сәнәғәте идаралығы нач., 1958 й. — Башҡ‑н ХХС‑ы рәйесе урынбаҫары, рәйесе, 1963 й. — РСФСР ХХС‑ы рәйесенең 1‑се урынбаҫары, 1965 й. — СССР‑ҙың нефть сәнәғәте министры урынбаҫары, 1970—74 йй. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тының баш консультанты. К. ҡатнашлығында девон нефтенең ҙур ятҡылыҡтары асыла, респ. нефть сығарыу сәнәғәте үҫеш ала. Уның етәкс. Туймазы нефть ятҡылығында нефть ҡатламдарына контур аръяғы буйлап һыу ебәреү индерелә. “Уфимец” быраулау ҡулайламаһын эшләп сығарыусыларҙың береһе. 60 фәнни хеҙмәт авторы. СССР ЮС‑ының 3—6‑сы, РСФСР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. Сталин пр. лауреаты (1946, 1950). Ленин (1942, 1948, 1953, 1965), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945, 1957), “Почёт Билдәһе” (1973) орд. м‑н бүләкләнгән. Октябрьский ҡ. нефть колледжы һәм урам, Өфө ҡ. урам уның исеме м‑н аталған; ул эшләгән бинаға (Пушкин урамы, 95) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Хеҙм.: Алмазное бурение нефтяных скважин. Уфа, 1962 (авторҙ.); Бурение нефтяных и газовых скважин малого диаметра. М., 1967 (авторҙ.).

Әҙәб.: Кувыкин С.И. //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970; Кувыкин С.И. //Герои труда. Уфа, 2011.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

П.: С.И.Кувыкин