КОЖАЙСЕМЁНОВКА, Тимеш, Миәкә р‑нындағы ауыл, Кожай-Семёновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.-Көнс. табан 29 км алыҫлыҡта Кожай й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 642 кеше; 1920 — 888; 1939 — 929; 1959 — 817; 1989 — 723; 2002 — 694; 2010 — 590 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Яңы Ҡарамалы урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Илекәй-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1795 й. керҙәшлек килешеүе б‑са сыуаштар нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында яһаҡлы татарҙар һәм мишәрҙәр килеп урынлаша. 1865 й. 56 йортта 309 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018