КУБЛИЦКИЙҘАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Иван Иванович К., Смоленск шляхтаһынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы). 1674 й. Смоленск ҡ. Ҡазан өйәҙенең Яңы Шишмә ҡәлғәһенә күсерелә. Сит ил хеҙмәтле кешеләре (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр) исемлеге б‑са түләүле хәрби хеҙмәткә (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) алына. Улы Филипп Иванович К. м‑н Яңы Шишмә тирәһендә 300 сирек ер биләй. Уның ейәне — Семён Филиппович К., секунд-майор. 1739—40 йй. башҡ. ихтилалын [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)], ихтилалды (1747) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1714 й. алып хәрби хеҙмәттә була, 1739 й. Шишмә ландмилиция полкында. 1752 й. ҡарай Ҡазан губ. ш. уҡ исемле өйәҙҙә һәм Өфө провинцияһында 2 ауылға, 47 ир-атҡа эйә була. 1744 й. Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарынан купчий ҡағыҙы б‑са Өфө өйәҙендә солоҡ ерҙәре һатып ала. Улдары: Алексей Семёнович К., поручик (1753). 1736 й. алып Шишмә ландмилиция полкында, 1748 й. — Ырымбур гарнизонында хеҙмәт итә; Филипп Семёнович К., поручик (1749). 1736 й. башлап Биләр ландмилиция драгун полкында, 1749 й. — Ырымбур комиссариат комиссияһында хеҙмәт итә; Савелий Семёнович К., капитан (1764). 1747 й. ихтилалды баҫтырыуҙа, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында Өфөнө обороналауҙа ҡатнаша. 1742 й. алып Биләр драгун полкында, 1753 й. — Алексеевка ландмилиция полкында хеҙмәт итә. 1782 й. башлап Өфө юғары земство суды заседателе, 1788—91 йй. Силәбе, Стәрлетамаҡ, Троицк һәм Өфө өйәҙҙәре дворяндары етәксеһе. 1762 й. Өфө провинцияһында 59 ир-ат йәшәгән 3 ауылы була. Уның улы — Иван Савельевич К., секунд-майор. 1797—1800 йй. Силәбе, Стәрлетамаҡ, Троицк һәм Өфө өйәҙҙәре дворяндары етәксеһе. 1795 й. 34 ир-атҡа, Өфө һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәрендә (Ағиҙел м‑н Дим йй. араһында) 5,7 мең дисәтинәнән ашыу ергә эйә була. Уның улы — Михаил Иванович К., штабс-капитан. Ватан һуғышында (1812), рус армияһының сит илгә походтарында (1813— 14) ҡатнаша. 1802 й. алып Өфө пехота полкында хеҙмәт итә. 18 б. К. Өфө өйәҙенең Ҡарамалы, Кублицкий һәм Лавочный аа. хужаһы. К. нәҫеле Вильна, Витебск, Могилёв, Смоленск һәм Ырымбур губ. дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә индерелгән. Генераль ыҙанлау б‑са К. 3,7 мең дисәтинә ер ҡарай (шуның 1,8 мең дисәтинәнән ашыуы уртаҡ биләмә була). Өфө өйәҙенең Лавочный а. (Өфө р‑ны) иң эре поместье һанала, унда 18 б. аҙ. 42 ир-ат, 1,8 мең дисәтинә ер, 19 б. уртаһында 129 ир-ат һәм 1,9 мең дисәтинәнән ашыу ер иҫәпләнә.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке