АЛКОГОЛҺЕҘ ЭСЕМЛЕКТӘР ПРОИЗВОДСТВОҺЫ, кеүәҫ, емеш-еләк, газлы һәм минераль һыуҙар сығарыу б‑са аҙыҡәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. башында барлыҡҡа килә. 1913 й. Өфөлә минераль һыуҙар ҡойоу һәм шыжлап торған эсемлектәр етештереү б‑са 4 ф‑ка (ш. иҫ. береһе пар двигателе м‑н) эшләй, Өфө губ. — 16 (93 кеше эшләгән, 60 мең һумлыҡ продукция етештерелгән). БАССР‑ҙа 1929 й. 112 пр‑тие иҫәпләнгән: 7 емеш-еләк һыуҙары һәм 105 икмәк кеүәҫе з‑ды. БР‑ҙа алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү 45 пр-тие һәм производство тарафынан тормошҡа ашырыла: Бөрө спирт-араҡы комбинаты, Бәләбәй спирт-араҡы комбинаты, “Ирәмәл”, Ишембай шарап-араҡы заводы, Ермолаевка спирт-араҡы комбинаты, Туймазы консерва з‑ды, “Шихан” һ.б. (2004). Минераль һыуҙар етештереү үҫеше (мең ярты литр): 1970 й. — 804, 1980 — 7692, 1990 — 40749, 2000 — 35695, 2009 — 187759; алкоголһеҙ эсемлектәр (мең дал): 1970 й. — 2180, 1980 — 3180, 1990 — 6055, 2000 — 1519, 2009 — 2464. 2004 й. БР‑ҙың аҙыҡ-тәм сәнәғәте етештереү күләменең 1,7%‑ы А.э.п. өлөшөнә тура килә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

И.В.Гурьянова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.