КСИЛОЛДАР, диметилбензолдар, (СН3)2С6Н4. 3 изомер: орто‑, мета‑ һәм пара‑К рәүешендә була. Төҫһөҙ шыйыҡлыҡ, этил спирты, диэтил эфиры, ацетон, бензол м‑н яҡшы ҡатнаша; һыуҙа насар (0,015%‑тан аҙыраҡ), поляр шыйыҡлыҡтарҙа (көкөртлө ангидрид, диэтиленгликоль, фенол һ.б.) яҡшы эрей; tҡайнау о‑К. 144,4°С, м‑К. 139,1°С, п‑К. 138,4°С; tиреү о‑К. −25,2°С, м‑К. −47,9°С, п‑К. 13,3°С; ялҡынланыу концентрацияһының сиге 3,0—7,6%, tтоҡаныу 29°С. Алкиллаштырыу, хлорлау, сульфирлау, нитратлаштырыу реакцияларына инә. Наркотик тәьҫиренә эйә. ПДК‑һы 50 мг/м3. Башҡортостанда 1954 й. 18‑се комб‑тта (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) Каталитик крекингылар з‑ды составында толуол‑ксилол фракцияһын алыу өсөн 35/1 ҡоролмаһы төҙөлә башлай. 1960 й. ш. уҡ 35/3 ҡоролмаһы реконструкциялана, был бензолдан, толуолдан тыш, К. сығарырға мөмкинлек бирә. 1960 й. Черниковск НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) К. сығарыу өсөн 35‑9/2 ҡоролмаһы төҙөлә, сеймал булып 35‑11/300 ҡоролмаһының катализаты тора. 1982—83 йй. ошо уҡ з‑дта ароматик углеводородтар сығарыу б‑са комплекс төҙөлә; проект ҡеүәте 450 мең т тәшкил итә, ш. иҫ. п‑К. б‑са — 165, о‑К. б‑са — 165, бензол б‑са — 125 мең т. Комплекс киң бензин фракцияһын икенсел ҡыуыу (85—140°С) һәм уны риформирлау блоктарын, риформаттан ароматик углеводородтарҙы экстракциялап, һуңынан ректификация юлы м‑н бензолды һәм о‑К. айырыу, молекуляр иләктәр ярҙамында п‑К. адсорбциялау (“Парекс” процесы), м‑К. изомерлаштырыу (“Изомар” процесы) блоктарын үҙ эсенә ала. 2000 й. был ҡоролмала алына (мең т): бензол — 76, толуол — 8, п‑К. — 57, о‑К. — 180. 2005 й. алып “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда о-К. сығарыу башлана. о‑К. окисландырыу юлы м‑н — фталь ангидриды (“Газпром нефтехим Салават”), п‑К. окисландырып — терефтал ктаһы (“Полиэф” ААЙ‑ы), п‑К. хлорлап гексахлор‑п‑К. (“Каустик” ААЙ‑ы) алалар. К. — лак, буяу, мастикалар өсөн эреткес, мотор яғыулыҡтары өсөн юғары октанлы өҫтәмә.

Әҙәб.: Лебедев Н.Н. Химия и технология основного органического и нефтехимического синтеза. 2­е изд., перераб. М., 1975; Ахметов С.А. Технология глубокой переработки нефти и газа. Уфа, 2002.

Р.Н.Хлёсткин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке