КОЖАЙЫҠ БАШЫ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Михайловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1005 кеше; 1920 — 1148; 1939 — 291; 1959 — 781; 1989 — 374; 2002 — 289; 2010 — 275 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1786 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ өйәҙҙең Андреевка һәм Ҡырҡнарат аа. (хәҙ. икеһе лә Миәкә р‑нында) яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала. Шулай уҡ Кожай исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 125 йортта 726 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 6 һыу тирмәне булған. 1906 й. ғибәҙәт йорто (1903 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, 3 тирмән, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке