КҮМӘС, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Учалы р-ны буйлап Илсеғол а. киңлегенән алып Ҡорама а. киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 14 км, киңлеге 2 км, абс. бейеклеге 708 м. 5 түбәһе асыҡ күренә. Көньяҡ өлөшөнөң көнсығыш битләүендә бер нисә ҡалҡыу урын бар. Аҫҡы һәм урта девон ҡатламдарынан тора. Ландшафы һоро тау урман тупрағындағы һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы ҡайын урманы үҫкән таулы урман-далаларҙан һәм төрлө үлән, ҡыяҡлылар үҫкән далаларҙан ғибәрәт.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке