КСЕНОБИОТИКТАР (гр. xenos — ят һәм био...), организмдар өсөн ят булған берләшмәләр (синтетик дарыу берләшмәләре, пестицидтарһ.б.). К. организмдарҙың һәләк булыуына, ағыуланыуына, аллергия ауырыуҙарына, нәҫеллеге үҙгәреүгә, иммунитеты түбәнәйеүгә, экосистемаларҙа тәбиғәт процестарының тәбиғи ағымы боҙолоуға килтерергә һәләтле. 20 б. 70‑се йй. Гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда (ҡара: Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты) тәбиғәт объекттарында нефть сығарыу сәнәғәтендә һәм нефтехимия сәнәғәтендә ҡулланылған химик берләшмәләрҙең күләмен баһалау б‑са тикшеренеүҙәр башлана (А.И.Копанев, Ф.Ғ.Мырҙаҡаев, Т.С.Әлибаев һ.б.). 80‑се йй. алып Биология институтында К. микроб биодеградацияһы өйрәнелә. Бактерияларҙың ароматик рәт хлорлы сығарылмаларын тарҡата алырға һәләтле яңы штамдары алына (Т.В.Маркушева, Е.Ю.Журенко һ.б.). 90‑сы йй. БР‑ҙың Тәбиғәттә урман ресурстарын файҙаланыу һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министрлығының Дәүләт аналитик контроль идаралығы (В.И.Сафарова, Г.Ф.Шәйҙуллина), “Уфаводоканал" пр‑тиеһы (С.В.Винокуров, Л.И.Кантор һ.б.), Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институты (В.Н.Майстренко), Экология үҙәге (З.Ҡ.Әмирова) тарафынан тупраҡта һәм эсәр һыуҙа, БР терр‑яһында етештерелгән аҙыҡ продукттарында галогенлы ароматик берләшмәләр барлығы асыҡлана. Нефть техник университетында ағынты һыуҙарҙы фенолдарҙан һәм уларҙың сығарылмаларынан таҙартыу ысулы эшләнә, һыуҙың һәм тупраҡтың 2,4‑дихлорфеноксиуксус кислотаһы гербициды м‑н бысраныуын кәметеүсе биопрепарат уйлап табыла (Р.Н.Хлёсткин, Г.Ғ.Йәғәфәрова һ.б.). Шулай уҡ ҡара: Биологик индикация, Биологик таҙартыу, Бысратыусыларҙың биоаккумуляцияһы, Диоксиндар, Тирәҡ мөхиттең бысраныуы, Экологик мониторинг.

Әҙәб.: Парк Д. Биохимия чужеродных соединений. М., 1973; Маркушева Т.В., Журенко Е.Ю., Кусова И.В. Бактерии-деструкторы фенола и его хлорированных производных. Уфа, 2002; Химические поражения организма /В.А.Мышкин [и др.]. Уфа, 2005.

Е.Ю.Журенко

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке