КӨМӘРҘӘК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑нында Оло Инйәр й. тамағы киңлегенән алып Цыбров шишмәһе киңлегенә тиклем Йүрүҙән й. уң яры буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 17 км, киңлеге — 4 км. Абс. бейеклеге 1354 м. Һыртта 1000 м ашыу бейеклектәге 3 түбә айырылып тора. Төньяҡ өлөшөндә түбәләре осло, көньяҡта — яҫы; курумдар (оҙонлоҡтары 1,5 км тиклем) һәм таш һибелмәләре, ҡалдыҡ ҡаялар бар. Битләүҙәре текә. Урта рифейҙың егәлгә свитаһының кварцлы ҡомташтарынан тора. Һыртта Оло Инйәр й., Йүрүҙән һәм Тирлән йй. ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙә- телә: 600—900 м тиклем шыршы‑аҡ шыршы урмандары үҫә, юғарыраҡ урмандар һирәгәйә, йәйелеп үҫеүсе тәпәш шыршылар, аҡ шыршы (урыны м‑н ҡарағас) урмандары яланғас бүлкәт м‑н алмашына. Көнсығыш битләүҙәрендә йөҙйәшәр ҡарағастар ос- рай. К. көнбайыш битләүҙәре Көньяҡ Урал ҡурсаулығында урынлашҡан.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке