КРЮЧКОВ Иван Павлович (3.10.1923, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Крючковка а. — 9.5.1995, БР‑ҙың Мәсетле р‑ны Оло Ыҡтамаҡ а.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1983). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943—86 йй. Мәсетле р‑нының “Ураҡ һәм сүкеш” к‑зында эшләй: 1943 й. алып рәйес урынбаҫары, 1955 й. — рәйес. К. етәкс. к‑з үҫемлекселектә һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культуралары уңдырышлылығы — 25,5 ц/га, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3009 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 485 г тәшкил иткән (1985). СССР ЮС‑ының 5‑се саҡырылыш депутаты. Окт. Революцияһы (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966), Халыҡтар дуҫлығы (1982) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке