КРЮКОВА Антонина Яковлевна (5.3.1936, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Сухаревка а.), терапевт. Мед. ф. д‑ры (1988), проф. (1989). РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2003), БР‑ҙың атҡ. табибы (2000), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1975). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) Архангел үҙәк р‑н дауаханаһында, 1966 й. алып Стәрлетамаҡ с‑зының Үҙәк утары ҡасабаһының участка дауаханаһында эшләй, 1968 й. башлап Өфө халыҡ депутаттары ҡала советының һаулыҡ һаҡлау бүлегендә баш терапевт. 1978 й. — БДМУ‑ла уҡыта (1986 й. алып поликлиника терапияһы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре гастроэнтерология ауырыуҙарын диагностикалау, ш. иҫ. генетик тикшеренеүҙәр алымдарын; дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын камиллаштырыуға арналған. К. тарафынан сей яра ауырыуы м‑н йонсоған сәнәғәт пр‑тиелары эшселәрен реабилитациялау һәм инвалидлыҡты иҫкәртеү б‑са тәҡдимдәр, эске ағзалар ауырыуҙарын иҫкәртеү б‑са белем биреү программалары эшләнә һәм БР‑ҙың дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында индерелә. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Поликлиническая терапия. Уфа, 2009 (авторҙ.); Методические подходы к проведению образовательных программ для больных, страдающих хроническим гастритом, язвенной болезнью желудка и двенадцатиперстной кишки в амбулаторно‑поликлинических условиях: метод. рук. для врачей. Уфа, 2013 (авторҙ.); Качество жизни как критерий оценки эффективности диспансеризации больных язвенной болезнью двенадцатиперстной кишки у лиц молодого возраста. Уфа, 2015 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке