АЛКОГОЛИЗМ, спиртлы эсемлектәрҙе даими ҡулланыу арҡаһында барлыҡҡа килгән хроник ауырыу. А. өс үҫеш стадияһы бар. Беренсе стадияһына спиртлы эсемлектәрҙе даими арта барған миҡдарҙа ҡулланғанда алкоголгә толерантлыҡ артыуы, уға психик бәйләнгәнлек барлыҡҡа килеүе хас; икенсе стадияһы абстинент (эскелек зәле) синдромы үҫеше һәм унан ҡотолоу маҡсатында алкоголь ҡулланыу мөһимлеге м‑н оҙатыла; өсөнсө стадияһында алкоголгә толерантлыҡ кәмеүе күҙәтелә, эске ағзаларҙың алкоголдән зарарланыуы арҡаһында спиртлы эсемлекте аҙ миҡдарҙа ҡулланғанда ла иҫереү барлыҡҡа килә. Диагностика өсөн лаб. һәм психиатрик тикшереү мәғлүмәттәрен ҡулланалар. А. медикаментоз (абстинент синдромды, алкоголь м‑н ағыуланыуҙың эҙемтәләрен бөтөрөү), психотерапия (алкоголгә тартылыуҙы бөтөрөү) һ.б. юлдар м‑н дауалайҙар. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: бауыр циррозы, бөйөр, йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы, үҙәк нервы системаһы ауырыуҙары һ.б. А. шәхес деградацияһына килтерә. Иҫкәртеү: сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, айыҡлыҡ йәмғиәттәрен төҙөү һ.б. Башҡортостанда 100 мең кешегә 2005 й. — 133,1; 2007 — 122,8; 2008 — 113,5 А. м‑н ауырыусы кеше беренсе тапҡыр иҫәпкә алынған. 20 б. 50‑се йй. алып Медицина университетында А. дауалау һәм иҫкәртеү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Р.Ғ.Вәлинуров, М.М.Ғатауллин, А.Х.Түрйәнов, В.Л.Юлдашев). Психиатрия дауаханаһында А. дауалағанда апоморфин (А.С.Борзунова, Е.Н.Короткова), Буренков ысулы (Д.Ғ.Йәнекәев, В.И.Литвинов), психотерапия (Ғатауллин, З.Н.Нурғәлиев), глицинлы эндоназаль электрофорезы (А.С.Рәхимҡолов, А.Н.Щеглов) һ.б. ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Наркология диспансеры, Психиатрия.

А.Х.Түрйәнов, В.Л.Юлдашев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.