КӨҘӘН, Ишембай р-нындағы ауыл, Көҙән а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.- Көнс. 44 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1494 кеше; 1920 — 1858; 1939 — 1567; 1959 — 1124; 1989 — 947; 2002 — 866; 2010 — 847 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, Вәлиди Ә.-З. музейы, Ә.Ә.Вәлидовҡа һәйкәл, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1757 й. керҙәшлек килешеүе б-са бында типтәрҙәр килеп ултырған, 1841 й. ш. уҡ бобылдәр иҫәпкә алынған. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Сүрәк һәм Әйҙәк Көҙәновтар билдәле. Шулай уҡ Көҙәк булараҡ теркәлгән. 1795 й. 25 йортта 120 кеше йәшәгән, 1865 й. 125 йортта — 735 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, күн эше, кейеҙ баҫыу, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, тимерлек, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ, септә һуғыу, ҡап тегеү теркәлгән. Ә.С.Бәхтейәров, Вәлидов, Н.Т.Зарипов, Т.Рәшитова, Ф.Ф.Сәғитова ошо ауылда тыуған.

Р.Н.ҠотошовӘ.З.Әсфәндиәров

Тәрж Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке