КРЫСИН Николай Иванович (20.4.1938, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Дмитриевка а.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (2012). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) “Пермнефть” берекмәһендә (1965 й. алып “Пермвостокнефтеразведка” тресында технологик бүлек нач., 1968 й. — баш инженер, 1969 й. — Көңгөр разведка быраулауы идаралығының баш инженеры, нач. урынбаҫары), 1974 й. башлап Пермь нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында эшләй, бер үк ваҡытта 2009 й. алып Пермь милли тикшеренеү политехник ун‑тында уҡыта. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү, ҡаҙылмаларға бай ҡатламдарҙы асыу технологияларын камиллаштырыу м‑н бәйле. К. тарафынан балсыҡлы һәм балсыҡһыҙ быраулау эретмәләренең ҡушылмалары, уларҙы ҡулланыу, депрессияла, нығытыу торбалары м‑н беркетелгән скважинала ҡаҙылмаларға бай ҡатламдарҙы асыу технологиялары уйлап табыла. 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 45 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Проблемы и перспективы вскрытия продуктивных пластов при отрицательном дифференциальном давлении в системе “скважина—пласт”. Пермь, 2003 (авторҙ.); Применение щелевой гидропескоструйной перфорации при вторичном вскрытии продуктивных пластов. СПб., 2005 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Текст на русском языке