КРЫМСКИЙ Виктор Григорьевич (16.11.1951, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (1997), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй: 1989 й. алып өлкән, 1994 й. — төп, 1999 й. — баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1999 й. башлап халыҡ-ара мөнәсәбәттәр бүлеге начальнигы. 2010 й. алып ӨДИСУ‑ла: мәғлүмәт‑идара итеү системалары каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2012 й. башлап халыҡ-ара бәйләнештәр б‑са проректор вазифаһын башҡара. Фәнни тикшеренеүҙәре билдәһеҙлек шарттарында ҡатмарлы идара итеү системаларын синтезлауға, техник системаларҙың ышаныслылығын һәм техноген хәүефте анализлауға арналған. К. ҡатнашлығында осоу аппараттары двигателдәре м‑н идара итеүҙең күп функциялы системалары уйлап табыла. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Многоуровневое управление динамическими объектами. М., 1987 (авторҙ.); Построение системы стратегического управления безопасностью населения субъекта Российской Федерации: (Опыт Республики Башкортостан). Уфа, 1999 (авторҙ.). Информационное обеспечение оценки состояния водных объектов и управления ими на основе геоинформационных технологий. М., 2010 (авторҙ.).

Ф.М.Әхмәтйәнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке