КӨҢГӨР ЯРУСЫ (Пермь крайының Көңгөр ҡ. исеменән), пермдең аҫҡы бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Әртә ярусы һәм өфө ярусы араһында урынлашҡан. А.А.Штукенберг тарафынан айырып күрһәтелә (1890). Башлыса һай диңгеҙ ҡултығы һәм континенталь ултырмаларҙан тора, ҡалынлығы 100—1000 м. Ҡабырсаҡтар, остракодтар, миоспоралар һәм акритархтар хас. Филиппов һәм ирен горизонттарына бүленә. БР терр‑яһында Урал алды бөгөлөндә К.я. составында ангидрит һәм гипс өҫтөнлөк итә, һирәгерәк аргиллит, доломит, ҡомташ, мергель, таш тоҙ осрай. Урал йыйырсыҡлы өлкәһенең алғы йыйырсыҡтар зонаһында ылымыҡтар һәм фораминиферҙар м‑н диңгеҙ эзбизташтары ҡатламдары бар.

Е.И.Кулагина

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке