КРЫЛОВА Елизавета Николаевна (18.10.1912, Өфө — 12.5.1994, шунда уҡ), пианист. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1953). Башҡ. сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1930; В.Х.Штегман класы) Өфө кинотеатрҙары эргәһендәге оркестрҙар пианисы, 1932 й. алып БАССР ХКС эргәһендәге Респ. радиолаштырыу ком‑ты, 1938 й. — БДОБТ концертмейстеры, 1966— 74 йй. 2‑се Өфө пед. уч‑щеһында уҡыта. К. сәнғәтенә әҫәрҙең муз. образын аныҡ һәм тәрән асыу оҫталығы хас, ансамбль тойғоһо көслө була. Репертуарында сит ил һәм урыҫ классикаһы, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Ә.Мортазин, Н.Ғ.Сабитов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. әҫәрҙәре. З.М.Гайдай, А.Сер.Ключарёв, С.Я.Лемешев, Л.Л.Линховоин, П.Г.Лисициан, Ф.Х.Насретдинов, И.С.Паторжин- ский, С.А.Попов һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. К. ҡатнашлығында башҡ. комп. камера‑вокаль әҫәрҙәренең тәүге фонд яҙмалары эшләнә, башҡ. операларының тәүге постановкалары әҙерләнә: “Аҡбуҙат”, Н.К.Чемберджиҙың “Ҡарлуғас”, М.М.Вәлиевтең “Һаҡмар” һ.б. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: Е.Н.Крылова

Текст на русском языке