КӨНКҮРЕШ ХИМИЯҺЫ ЕТЕШТЕРЕҮ, йыуыу, таҙартыу, ағартыу, дезинфекциялау саралары, мастикалар, лак-буяу материалдары, эпоксид ыҫмалалар, ш. уҡ минераль ашламалар һәм ваҡлап үлсәп төрөлгән үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары һ.б. етештереү б‑са химия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда К.х.е. химия, нефтехимия сәнәғәте, нефть эшкәртеү сәнәғәте м‑н параллель рәүештә үҫешә. 1942 й. — 768‑се Дәүләт Союз з‑дына (ҡара: “Уфахимпром”), 1947 й. — Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дына (ҡара: “Каучук”), 1972 й. Мәләүез химия з‑дына (ҡара: “Минудобрения”) нигеҙ һалына. БР‑ҙа көнкүреш химияһы тауарҙары 14 ҙур пр‑тиеның махсуслаштырылған цехтарында етештерелә, шулар араһында: “Авангард”, “Каустик”, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Газпром нефтехим Салават”, “Сода”, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы, “Уфаоргсинтез”, Өфө лак-буяу заводы. 2004 й. БР‑ҙа химия сәнәғәте етештереү күләменең 0,4%‑ы К.х.е. өлөшөнә тура килә (ҡара: табл.). Продукцияһы БР‑ҙа һатыла; минераль ашламалар, лак-буяу материалдары, эпоксид ыҫмалалар РФ төбәктәренә, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.

И.В.Гурьянова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Башҡортостанда көнкүреш химияһы тауарҙарын етештереү, т

Продукция

1992

1995

2000

2004

2007

2009

Йыуыу саралары

39688

22849

33292

26932

14528

11309

Туҡыма әйберҙәрҙе ағартыу, синкеләү, крахмаллау саралары

8993

7540

12983

13160

8242

9567

Таҙартыу саралары

4118

782

463

200

209

Автомобилдәрҙе ҡарау саралары

24

1149

353

Көнкүреш бөжәктәрен, кимереүселәрҙе бөтөрөү һәм дезинфекциялау саралары

3849

3654

5626

3715

Лак-буяу материалдары

21623

12991

17380

5639

3724

2932