КРЫЛОВ Николай Митрофанович (29.11.1879, С.‑Петербург — 11.5.1955, Мәскәү), математик. СССР ФА (1929), Украина ССР‑ы ФА (1922) академигы. Украина ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1939). Тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1902, С.‑Петербург) 1912 й. алып шунда уҡ эшләй. 1917 й. башлап Ҡырым ун‑тында (Симферополь ҡ.), 1922 й. — Украина ССР‑ы ФА‑ның матем. физика каф. етәксеһе, бер үк ваҡытта СССР ФА‑нда. Фәнни хеҙмәттәре функциялар һәм механик квадратуралар интерполяцияһына, аппроксимацияһына, математик физиканың дифференциаль тигеҙләмәләрен яҡынса интеграциялауға арналған. Һыҙыҡлы булмаған механикалағы ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы. Украина ССР‑ы Фәндәр академияһы Өфөгә эвакуацияланған осорҙа К. тарафынан (акад. Н.Н.Боголюбов м‑н берлектә) авиамоторҙарҙың бөгөлмәле валдарының әйләнмәле тирбәлеүҙәре өйрәнелә һәм вибростабилләштереү проблемалары тикшерелә. Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Введение в нелинейную механику. Киев, 1937; Избранные труды: в 3 т. Киев, 1961; Основныi проблеми математичноi фiзики й технiки. Харкiв; Киiв, 1932.

Ю.В.Ергин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке