КРЫЖАНОВСКИЙ Николай Андреевич (30.10.1818, С.‑Петербург — 29.4.1888, Полтава губ. Матвеевка а.) дәүләт эшмәкәре. Ген.-адъютант (1861), артиллериянан ген. (1862). Дворяндарҙан. 1853—56 йй. Ҡырым һуғышында, 1873 й. Хиуа походында ҡатнашыусы. Михаил артиллерия уч‑щеһын тамамлаған (С.‑Петербург, 1837). 1837—81 йй. рус армияһында. 1857—60 йй. Михаил артиллерия уч‑щеһы һәм Михаил артиллерия акад. (С.‑Петербург) нач., 1861 й. алып Польша Батшалығында Варшава ген.-губернаторы вазифаһын башҡара, 1862 й. Хәрби совет ағзаһы. 1865—81 йй. Ырымбур ген.-губернаторы. Ырымбур крайында чиновниктарға льготалы ер биреү т‑да указ (1869 й. 10 февр.) һәм 1871 й. 4 июнендәге указ ҡабул ителеүенә, Һамар—Ырымбур т. юлы (1873—76), Ырымбур ҡ. Ҡазан Богородицаһы кафедраль соборы төҙөлөүгә булышлыҡ итә. Дәүләт банкының Ырымбур һәм Өфө бүлексәләрен (ҡара: Банкылар) ойоштороуҙы, Ырымбур, Троицк һәм Уральск ҡҡ. уҡыу йорттары, Ырымбур хәрби округы ғәскәрҙәрендә китапханалар асыуҙы хәстәрләй. К. үҙ вазифаларынан артыҡ файҙаланыуы (Кама й. карап төҙөүгә яраҡлы сауҡалыҡты үҙләштереү, башҡ. ерҙәрен чиновниктарға күпләп таратыу һ.б.) 1880—81 йй. сенатор ревизияһы үткәреүгә һәм уны вазифаһынан бушатыуға килтерә. 3‑сө дәрәжә Изге Георгий орд. (1866), “Батырлыҡ өсөн” яҙыулы алтын ҡылыс (1854) м‑н бүләкләнгән. Ырымбур һәм Өфөнөң почётлы гражданы.

Әҙәб.: Ремезов Н.В. Быль в сказочной стране. Уфа, 1986.

Б.С.Дәүләтбаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке