КРЫЖАНОВСКИЙ Владимир Николаевич (1868, Волынск губ. Житомир ҡ. — 1932, Дмитров ҡ.), бактериолог. Мәскәү ун‑тының физика‑матем. (1894) һәм мед. (1898) ф‑ттарын тамамлаған. 1898 й. алып С.‑Петербург Император эксперименталь мед. ин‑тында (1900 й. тиклем Сәмәрҡәндтә чумаға ҡаршы экспедицияла) эшләй. 1903 й. алып Талиенван ҡ. (Ҡытай) Пастер станцияһы мөдире. 1906—31 йй. (өҙөклөк м‑н) Санитария‑бактериология ин‑ты дир. (Өфө). 1914—17 йй. Никольск‑Уссурийск госпиталендә эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре бактериология һәм иммунология проблемаларына, ваба, дифтерия, туберкулёз ваҡытында иммунитет булдырыуға, инфекцион ауырыуҙарҙың серотерапияһы һәм серопрофилактикаһы нигеҙҙәрен эшләүгә арналған. К. тарафынан ваба вибрионының һыуҙағы һығынтыһының иммунизациялау үҙсәнлектәре, ваба вакцинаһының модификациялары өйрәнелә, дифтерияға ҡаршы сыворотканың дауалау үҙсәнлектәре, дифтерия һ.б. булғанда бацилла йөрөтөүсәнлектең эпидемиологик әһәмиәте тикшерелә. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1931 й. репрессиялана, 1959 й. аҡлана.

Н.А.Поспеева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке