КРУТЬКОВ Владимир Михайлович (6.4.1938, Брянск ҡ.), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (2006). Брянск технология ин‑тын тамамлаған (1962). 1968—70 йй. һәм 1985 й. алып (лаб. мөдире) Биол. ин‑тында эшләй: 1997 й. башлап өлкән, 2006 й. — төп ғилми хеҙм‑р. 1970 й. алып Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология ин‑тында: 1981—85 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 2009 й. башлап гербицидтарҙы инновацион уйлап табыу б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге гербицид—үҫемлек системаһының үҙ-ара тәьҫир итешеүен өйрәнеүгә, дарыу, пестицид һ.б. биол. актив препараттарҙың активлығы тәбиғәтен билдәләүгә арналған. К. тарафынан химик агенттарҙың тере организмдарға тәьҫир итеү үҙенсәлегендә һәм кимәлендә күҙәнәк эсенә инмәгән апопласт структураларҙың әһәмиәте асыҡланған. Уның ҡатнашлығында глифен, метофен, мортан (БНЦ‑2) һ.б. гербицидтар уйлап табылған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Клеточные и тканевые факторы избирательного действия гербицидов. Уфа, 2002.

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке