КРУПСКАЯ Надежда Константиновна (14.2.1869, С.‑Петербург — 27.2.1939, Мәскәү), сәйәси эшмәкәр, педагог. СССР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1931), пед. ф. д‑ры (1936). 1898 й. алып РСДРП ағзаһы. Княгиня А.А.Оболенскаяның ҡатын‑ҡыҙҙар гимназияһын тамамлай (1887), Петербург юғары ҡатын‑ҡыҙҙар курсында уҡый (1889—90); 1891—96 йй. Смоленск йәкшәмбе‑киске мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй (бөтәһе лә — С.‑Петербург). 1895 й. С.‑Петербургта “Эшсе синыфты азат итеү өсөн көрәш союзы”н ойоштороуҙа һәм уның эшмәкәрлегендә ҡатнаша. 1896 й. ҡулға алына, 1898 й. Өфө губернаһына һөргөнгә ебәреүгә хөкөм ителә, һөргөндөң бер ни тиклем өлөшөн Енисей губ. Шушенское а. В.И.Ленин м‑н бергә үтә. 1900—01 йй. Өфөлә т. юл оҫтаханалары эргәһендәге социал‑демократик түңәрәктә дәрестәр алып бара, “Искра” (“Осҡон”) гәз. терәк пунктына, А.Д.Цюрупа м‑н берлектә Өфө социал-демократик ойошмаһына етәкселек итә. 1901—05 йй. һәм 1907—1917 йй. эмиграцияла була. 1917 й. алып РСФСР мәғарифы ХК‑нда: коллегия ағзаһы, 1920—30 йй. Сәйәси ағартыу баш идаралығы рәйесе, 1921—31 йй. Дәүләт ғилми советының ғилми‑пед. секцияһы рәйесе, 1929 й. башлап мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары.

К. халыҡ мәғарифы б‑са ХКС һәм Бөтә Рәсәй ҮБК тарафынан раҫланған документтарҙы әҙерләүҙә ҡатнаша: “Рәсәй Республикаһында халыҡ мәғарифын ойоштороу тураһында положение”, “РСФСР‑ҙың берҙәм хеҙмәт мәктәбе тураһында положение” (икеһе лә — 1918), өлкәндәрҙе уҡытыу т‑да декреттар. К. тарафынан пионер ойошмаһының (ҡара: Балалар ойошмалары) теоретик нигеҙҙәре эшләнә. Фәнни хеҙмәттәре балалар ҡарауһыҙлығы, мәктәпкәсә тәрбиә биреү, өлкәндәрҙе уҡытыу, уҡытыусы кадрҙар әҙерләү, политехник белем биреү, китапхана эше проблемаларына һ.б. арналған. Ленин (1935), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөләге урамға К. исеме бирелгән.

Әҫәрҙ.: Воспоминания о Ленине. М., 1957; Педагогические сочинения: в 6 т. М., 1978—1980.

Әҙәб.: Павлюченков Г.Ф. Н.К.Крупская в уфимской ссылке. Уфа, 1973.

А.В.Колбина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке