КРУЛЬ Леонид Янович (16.8.1923, Өфө — 8.10.1997, шунда уҡ), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1961). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1951; педагогы А.Э.Тюлькин) 1954 й. тиклем 23‑сө урта мәктәптә уҡыта, 1961—88 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты (икеһе лә — Өфө) рәссамы. Башлыса пейзаж жанрында ижад итә. Тәбиғәттең тынғыһыҙ хәлен һүрәтләгән рәсемдәр (“Уралда”, 1957; “Иҫке Өфө”, 1969) һәм график әҫәрҙәр (“Зәңгәр көн”, ҡағыҙ, акв.; “Завод төҙөлә”, “Ҡариҙел”, икеһе лә — ҡатырға, тушь; бөтәһе лә — 1974) авторы. Респ. йәмәғәт биналары фасадтарын һәм интерьерҙарын биҙәүҙә ҡатнаша: Ишембай ҡ. мәҙәниәт һарайындағы витраж (1960), “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайындағы мозаика һәм фреска (икеһе лә – 1969), Дүртөйлө ҡасабаһы мәҙәниәт һарайындағы мозаика (1976) һ.б. 1955 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1957, 1973, 1992). Эштәре БДХМ-да, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Круль С. Мой отец – художник Леонид Круль. Уфа, 1997.

С.Л.Круль

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: Л.Я.Круль. Эңер. 1965

Текст на русском языке