КРУГЛОВА Наталья Николаевна (28.10.1957, Сыктывкар), эмбриолог, үҫемлектәр биотехнологы. Биол. ф. д‑ры (2002), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2009). Ленинград ун‑тын тамамлаған (1980). 1986 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә эшләй, 1989 й. — Биология ин‑тында, 1996 й. — лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 2002 й. башлап фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре үҫемлектәрҙең үҫеш биол., эксперименталь эмбриологияһын, күҙәнәк инженерияһын, биотехнологияһын өйрәнеүгә арналған. In vitro культураһындағы үҫемлектәрҙең төрлө морфогенез типтарының эмбриологик, генетик, цитогистологик һәм цито-физиологик үҙенсәлектәре, репродукция системалары тикшерелгән. Морфо‑, онтогенезды һ.б. өйрәнеү өсөн микроспораны модель системаһы сифатында ҡулланыу мөмкинлеге иҫбат ителгән. Көньяҡ Урал шарттарында үҫтереү өсөн сорттарҙы тиҙләтелгән рәүештә сығарыу маҡсатында йомшаҡ яҙғы бойҙайҙың гомозиготалы дигаплоид гибрид андроклин линияларын алыуҙың биотехнологияһы эшләнгән. 320‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Морфогенез в культуре пыльников пшеницы: эмбриологический подход. Уфа, 2001; Эмбриологические основы андроклинии пшеницы: атлас. М., 2005 (авторҙ.); От микроспоры — к сорту. М., 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке