КӨНДӘШЛЕ, Балтас р‑нындағы ауыл, Көндәшле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 30 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 97 км алыҫлыҡта Шишмә й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1813 кеше; 1920 — 2365; 1939 — 1830; 1959 — 1551; 1989 — 962; 2002 — 784; 2010 — 597 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1709 й. алып билдәле. Керҙәшлек килешеүе (1764 й. рәсмиләштерелгән) б‑са бында мишәрҙәр, 1833 й. ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. 1865 й. 181 йортта 1110 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет (1985 й. һәм 1904 й. төҙөлгән), 2 тимерлек, 3 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке