КРУГЛОВ Эдуард Александрович (13.2.1933, Мәскәү — 15.3.2012, Өфө), физик‑химик. Химия ф. канд. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1980), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1985). Мәскәү химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1957) СССР Химия сәнәғәте министрлығының 10‑сы почта йәшниге пр‑тиеһында эшләй, 1959 й. алып Черниковск НЭЗ‑ының лаб. мөдире. 1960 й. башлап Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда лаб. мөдире, 1974 й. бүлек мөдире, 1991—2009 йй. Башҡ‑н респ. экологик ғилми‑тикшеренеү үҙәге директоры. Фәнни-производство эшмәкәрлеге аналитик һәм физик химияла хроматографик анализ ысулдарын ҡулланыу м‑н бәйле. К. тарафынан техник продукттар һәм тирә-яҡ мөхит объекттарындағы эйәрсен матдәләр тикшерелә, микромиҡдарҙа эйәрсән матдәләр концентрациялау ысулдары уйлап табыла. К. тикшеренеүҙәре республикала хроматография һәм хромато‑масс-спектрометрия үҫешенә нигеҙ һала. Уның ҡатнашлығында диоксиндарҙы анализлау лаб. булған Экология үҙәге төҙөлә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Диоксины в биологических тканях человека (поступление, накопление и воздействие). Уфа, 1996 (авторҙ.);  Ситуация с диоксинами в Республике Башкортостан. Уфа, 1998 (авторҙ.).

 З.Ҡ.Әмирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке