КРУГЛОВ Григорий Михайлович (8.8.1927, ТАССР‑ҙың Алексеев р‑ны Сакон а.), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (1996), БАССР‑ҙың атҡ. (1990) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1951—85 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы.

Ижады һуғыштан һуңғы йылдарҙа социалистик реализм йоғонтоһонда формалаша; башлыса портреттарҙан һәм ҙур форматлы тематик картиналарҙан ғибәрәт. Эштәренең композициялары тотороҡло, формалары аныҡ, тормошсан, буяуҙары баҙыҡ. “БАССР‑ҙың атҡаҙанған рәссамы А.В.Храмов” (1960), “Дан орденының тулы кавалеры Г.М.Подденежный” (1975), “Партизан” (2002) портреттары — психологик тәрәнлек, үткер соц. характеристика м‑н айырылып тора, ҡатынының (1956), атаһының (1970), әсәһенең (1971) портреттары тәрән эске хистәр м‑н һуғарылған. К. жанрлы эштәре художестволы һәм документаль ҡиммәткә эйә: “М.Горькийҙың И.Поддубный менән осрашыуы” (1959), “Мостай Кәримдең яҡташтары менән осрашыуы” (1989), “Ҡаҙ өмәһе байрамы” (1984) һ.б., улар араһында М.М.Шайморатовҡа арналған картиналары үҙенә күрә айырым драматик көсөргәнешлек м‑н айырылып тора: “М.Шайморатов дивизияһы штабында” (1989), “Генерал Шайморатовтың һуңғы алышы” (2006) һ.б. Пейзаждары һәм натюрморттары буяуҙарҙың байлығы, донъя матурлығын бар күңелдән тойоу хистәре м‑н тулы: “Бәләкәй күпер” (1987), “Балыҡтар” (1999) һ.б. 1953 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1961, 1993, 1999, 2003, 2004, 2012). Эштәре БДХМ, Хәрби дан музейы, Эске эштәр министрлығы музейы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә музейҙарҙа, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Григорий Круглов. Живопись: каталог /сост. С.В.Игнатенко, Л.Н.Попова. Уфа, 2004.

Л.Н.Попова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Илл.: Г.М.Круглов. Генерал Шайморатовтың һуңғы алышы. 2006. 12‑се кавалерия дивизияһы музейы.

Текст на русском языке

Текст на башкирском языке

Текст на русском языке