КРОХМАЛЬ Виктор Николаевич (31.10.1873, Киев — 1933, Ленинград), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1899—1917 йй. РСДРП ағзаһы. Император Харьков ун‑тының юридик ф‑тын тамамлаған (1908). 1896—1905 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1898—1900 йй. Өфө губерна земство башҡармаһында эшләй; А.И.Свидерский һәм А.Д.Цюрупа м‑н берлектә РСДРП‑ның Өфө губерна ойошмаһына (уның ағзалары м‑н 1900 й. февр. К. фатирында В.И.Ленин бер нисә кәңәшмә үткәрә) нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1904—07 йй. һәм 1917 й. авг.—дек. РСДРП ҮК ағзаһы. 1908—17 йй. Ленинградта присяжный вәкил, 1918—30 йй. юрисконсульт. 1921—31 йй. репрессияға дусар булған.

Әҙәб.: Павлюченков Г.А. Н.К.Крупская в уфимской ссылке. Уфа, 1973.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке