КӨНБАҒЫШ (Helianthus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50‑гә яҡын төрө билдәле, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫтерелә: май биргән К. һәм топинамбур. Май биргән К. — бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы төҙ, бейеклеге 1—3 м. Япрағы эре, овал‑йөрәк формаһында, оҙон һаплы, төклө, аҫҡыһы ҡапма‑ҡаршы, өҫкөһө сиратлы. Сәскәлеге — кәрзин. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — орлоҡса, сент. өлгөрә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 35—170 г. Орлоғоноң составында 29—57% май бар. Йылы һәм яҡтылыҡ яратҡан үҫемлек. Вегетация осоро 80—140 көн. К. ғәҙәттә сәсеү әйләнешенең аҙағында пар баҫыуы алдынан сәсәләр. Сәсеү ысулдары: киң рәтле һәм һирәк сәсеү (рәт аралары 70 см). 1 га 40—50 мең үҫемлек урынлаштырыла, сәсеү тәрәнлеге 6—10 см. К. кәрзиндәренең күбеһе (80—90%) һарғылт- көрән төҫкә ингәндән һуң, орл о ҡ т а р ы н ы ң дымы 12—14% булғанда йыйыла. Респ. 2011 й. К. сәсеү майҙаны 200 мең га ашыу, уңдырышлылығы 11,6 ц/га тәшкил иткән. К. — төп май биреүсе культура, ш. уҡ силос культураһы булараҡ ҡулланыла. Баллы үҫемлек. 20 б. 60‑сы йй. башлап К. орлоҡтары селекцияһы, агротехникаһы һәм етештереү иҡтисады б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (М.Б.Айыуханов, С.Н.Сәмиғуллин һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Н.Ш.Ханов) алып барыла. Башлыса Урал алды дала зонаһында, көньяҡ урман‑дала зонаһында һәм Урал аръяғы дала зонаһында үҫтерелә. БР б‑са Енисей, Иртыш, Сибирский 97, Скороспелый һ.б. сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Аюханов М.Б. Масличные культуры. Уфа, 1982.

Р.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке