КӨМӘРЛЕ, Архангел р‑нындағы ауыл, Липовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 27 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 290 кеше; 1920 — 258; 1939 — 370; 1959 — 457; 1989 — 351; 2002 — 319; 2010 — 296 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Благовещенка урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. аҙ. — 19 б. башында Өфө өйәҙе Күрпәс-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡолсәйет исеме (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улы Дәүләкән Ҡолсәйетов билдәле) м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 30 йортта 185 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ағас әйберҙәр яһау булған. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке