“КОДЕКС КУМАНИКУС” (“Ҡомандар китабы”), ҡоман теле ҡомартҡыһы. Ҡомартҡының ижад ителеү ваҡыты һәм урыны, уның тәғәйенләнеше, авторының кем булыуы асыҡланмаған. Төп нөсхәһе табылмаған, 1362 й. Ф.Петрарка тарафынан бүләк ителгән берҙән‑бер ҡулъяҙма күсермә Венеция ҡ. (Италия) Изге Марк‑Инжил соборы китапханаһында һаҡлана. Итальян (1‑се киҫәк) һәм немец (2‑се киҫәк) миссионерҙары тарафынан төҙөлгән, тип фараз ителә. 1‑се киҫәктә бағышлау һәм дата (11 июль 1303/1330) бирелгән, ш. уҡ латинса‑фарсыса‑ҡоманса һүҙлек бар, унда ҡылымдар бер нисә формала алфавит тәртибендә урынлаштырылған; тематика б‑са тупланған һүҙҙәр (дин һәм астрономия терминдары, көнкүреш һәм сауҙа предметтары атамалары, кеше эшмәкәрлегенең төрҙәре һ.б.) һәм һүҙ төркөмдәре (рәүештәр, сифаттар, сифат ҡылымдар һ.б.). 2‑се киҫәктә бер нисә ҡыҫҡаса ҡоманса‑немецса һүҙлек, латинса‑ҡоманса һәм ҡоманса‑латинса һүҙлектәр; ҡыпсаҡтарҙың халыҡ ижады өлгөләре (йомаҡтар, йырҙар, әйтемдәр, мәҡәлдәр һ.б.), Библия фрагменттары, ҡоман телендә өгөт‑нәсихәттәр, доғалар һ.б., ҡоман һәм латин телдәрендә айырым һүҙҙәр һәм фразалар бирелгән. “К.к.” ҡоман теленә линг. анализ бирелгән: грамматика б‑са мәғлүмәттәр (ҡылымдарҙың заты һәм һөйкәлеше, исемдәрҙең килеш м‑н үҙгәреүе һәм һүҙьяһалышы һ.б.), һүҙ формаларының типтары һ.б. Ҡоман теленең ҡайһы бер фонетик, морфол. һ.б. билдәләре ҡыпсаҡ телдәре (ҡара: Тәү тел), ш. иҫ. башҡорт теле өсөн хас, мәҫ.: һүҙ башында [й] ҡулланыу, сағ.: ҡоманса “yaš” [y]aš — башҡортса “йәш” [й]әш, “yumšak” [j]umšak “йомшаҡ” [й]омшаҡ; ш. уҡ “т” ҡулланыу, сағ.: ҡоманса “tamgha” [t]amgha — башҡортса “тамға”, “toghru” [t]oghru — башҡортса “тоғро” һ.б. Тәүге тапҡыр 1880 й. Будапештта баҫылып сыға; немец, төрөк, француз һ.б. телдәргә тәржемә ителгән.

Әҙәб.: Гаркавец А.Н. Кыпчакские языки: куманский и армяно‑кыпчакский. Алма‑Ата, 1987.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.