КӨЛӘМӘС, башҡ. фольклоры жанры, көтөлмәгәнсә тамамланған шаян йөкмәткеле бәләкәй күләмле сәсмә әҫәр. К. кешеләрҙең (иҫәрлек, ҡомһоҙлоҡ, маһайыусанлыҡ, ялҡаулыҡ, хөрәфәттәргә инаныу һ.б.) һәм йәмғиәттең (соц. тигеҙһеҙлек, бюрократизм, ришүәтселек һ.б.) төрлө етешһеҙлектәренән көлә. Уларҙа йыш ҡына комик ситуацияны үҫтереүгә булышлыҡ иткән зирәк, тапҡыр кеше ҡатнаша; Алдар, Ерәнсә сәсән, Хужа Насретдин, Шомбай т‑дағы К. киң таралған. К. ғәҙәттә 2 персонаж була. Уйлап сығарылған, дөйөмләштерелгән образдар (бер ҡатлылар һәм иҫәрҙәр, идара иткән юғары ҡатлам вәкилдәре һәм руханиҙар һ.б.), ш. уҡ тормоштағы кешеләр ҙә (урындағы тәғәйен ерҙә йәшәүселәр һ.б.) көлөү һәм ғәйепләү объекты була ала. К. характерлы үҙенсәлектәре композицион төҙөклөк, аҙ һүҙлелек, аныҡлыҡтан ғибәрәт. К. башланмышы һәм сиселеше була. Уларҙа халыҡтың донъяға ҡарашы һәм психологияһы, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, тарихы һ.б. сағылыш таба. Башҡорт әҙәбиәтендә К. жанрына М.А.Буранғолов, С.Агиш, Р.Ғ.Солтангәрәев һ.б. мөрәжәғәт иткән. Был жанр күп халыҡтар фольклорына хас.

Әҙәб.: Кирәев А.Н. Башҡорт халыҡ ижады. Өфө, 1981; Башҡорт халыҡ ижады. Көләмәстәр. Өфө, 1985; Башкирское народное творчество. Т.6. Шуточные сказки и кулямясы. Уфа, 1992.

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке