КӨКӨРТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаларында C—S, R—C—S бәйләнештәре булған органик берләшмәләр, R эсендә азот, кислород һ.б. гетероатомдар булыуы мөмкин. 2‑валентлы (тиолдар, тиоэфирҙар, органик ди‑ һәм полисульфидтар, олефиндарҙың тиооксидтары, сульфен, тиокарбон, тиокүмер к‑таларының сығарылмалары, тиокарбониллы, гетероароматик берләшмәләр), 3‑валентлы (сульфон берләшмәләре, көкөрт илидтары, тиопирилий, дитиолий тоҙҙары, циклында көкөрт атомы булған мезоионлы берләшмәләр), 4‑валентлы (сульфурандар, сульфоксидтар, сульфиндар, сульфин к‑таһының сығарылмалары, органик сульфиттар; сульфимидтар, амино‑, тио‑, дитиосульфиттар, N‑сульфиниламиндар, көкөрт дииминдары), 6‑валентлы (сульфондар, сульфендар, органик сульфаттар, сульфоксимидтар, ‑диимидтар, N‑сульфониламиндар) көкөрт ингән К.б. айырыла. Түбән молекуляр К.б. күбеһе шыйыҡ хәлдә, юғары молекуляр К.б. — ҡаты матдәләр; күбеһе ағыулы комплекстар хасил итә. Окисландырыу, гидрирлау реакцияларына инәләр. Башҡортостанда 20 б. 50—60‑сы йй. Химия ин‑тында Р.Д.Оболенцев етәкс. төрлө кластарҙағы 250‑нән ашыу К.б. синтезлана (яртыһынан күберәге тәүге тапҡыр). Беренсе тапҡыр ациклик сульфидтарҙы, дисульфидтарҙы, тиолдарҙы, тиоландарҙы, тиациклогександарҙы, сульфоксидтарҙы, сульфондарҙы синтезлауҙың ғәҙәти булмаған ысулдары табыла (В.Г.Бохаров, М.М.Герасимов, Л.К.Гладкова, В.И.Дронов һ.б.). Эталон (ҡара: Айырыуса таҙа матдәләр) К.б. өсөн төп физик‑химик даими дәүмәлдәр билдәләнә (Л.В.Вафина, Н.Г.Марина), УФ‑, ИК‑ комбинациялы таралыу спектрҙары (Н.С.Любопытова, Е.А.Макова), электрондар бәрелеше һәм донъяла беренсе тапҡыр кире иондарҙың электронды резонанста эләктергәндәге масс‑спектрҙар, ионлашыу потенциалдары (Ә.Ш.Солтанов, И.И.Фурлей, В.И.Хвостенко), ҡайһы берҙәре өсөн — микротулҡын спектрҙары (Н.М.Поздеев) алына. К.б. төрлө кластары ҡатнашмаларындағы көкөрттө анализлауҙың амперо‑, потенциометрик, полярографик ысулдары табыла һәм етештереүгә индерелә (Б.В.Айвазов, Ә.Я.Байкова, А.А.Ратовская, И.М.Сәлимгәрәева һ.б.). МДУ м‑н берлектә силикагелдәрҙең, аммоний оксидтарының өҫкө йөҙҙәре, макрокүҙәүле быялалар, цеолиттар м‑н тәьҫир итешеүенең, көкөрт к‑таһы м‑н протонланған комплекстарҙың барлыҡҡа килеү механизмдары асыҡлана, эреүҙең критик т‑ралары, апротон органик эреткестәрҙә таратылыу коэффициенттары билдәләнә (М.А.Безручкова, Н.К.Ляпина, А.Д.Улендеева). Тиоландарҙың, ациклик сульфидтарҙың сульфоний тоҙҙары синтезланыу шарттары тикшерелә (Бохаров, Н.К.Фәйзуллина). α‑, β‑алыштырылған тиоландарҙың водород пероксиды м‑н сульфоксидтарға һәм сульфондарға окисланыу, уларҙың литий алюмогидриды м‑н ҡайтарылыу (Бохаров, Герасимов); нефттең көкөрторганик берләшмәләрен алыу ысулдары табыла. Яғыулыҡтарҙы көкөрттән айырыу өсөн К.б. гидрогенолизы башҡарыла (Л.Н.Ғабдуллина, Дронов, А.В.Машкина, Д.М.Ториков). Илдә беренсе тапҡыр сульфидтар һәм меркаптандарҙың тиил төркөмдәре м‑н изотоп алмашыныуы тикшерелә (Ю.Е.Никитин). 70‑се йй. Дронов тарафынан кетондарҙың алкилтиометиллашыу реакцияһы асыла (ҡара: Меркаптандар), уны 80‑се йй. башлап көкөрт, азот, кислород ингән полифункционал (биологик, фармакологик активлыҡ, сорбция һәм экстракция һәләтенә эйә) берләшмәләрен тәбиғи углеводородтар меркаптандары һәм нефть, газ эшкәртеү з‑дтарының ҡалдыҡтары (натрий сульфиды һәм меркаптиды булған) нигеҙендә синтезлау маҡсатында тикшерәләр (Л.Ә.Баева, Улендеева, Ляпина). Красноярск төҫлө металдар һәм алтын ин‑ты м‑н берлектә затлы металдарҙы экстракциялағанда һәм флотациялағанда К.б. ҡулланыу нәтижәле булыуы асыҡлана (В.П.Кривоногов, Ляпина, Ю.И.Муринов, Р.Ф.Ниғмәтуллина, Никитин, Оболенцев, Р.Ә.Хисаметдинов). СССР ФА‑ның А.Н.Несмеянов ис. Элементоорганик берләшмәләр ин‑ты (Мәскәү) м‑н берлектә тиаарендарҙы ионлы гидрирлау юлы м‑н тиоландарға әүерелдереү ысулы табыла (Ф.М.Латипова, Ляпина). Алюминкобальтмолибден оксид катализаторҙары ҡулланғанда алкилтиоландарҙың алкилтиофендарға әүелелеүе тикшерелә (А.Р.Ҡузыев). Г.А.Толстиков етәкс. циклик олефиндарҙы, үҙ-ара тәьҫир итешеүсе химик бәйләнешле диендарҙы тиилирлау ысулдары табыла (Р.Г.Кантюкова, Ф.Я.Ҡәнзәфәров, Н.Н.Новицкая). Сенсибилизатор ярҙамында УФ‑яҡтылыҡ тәьҫирендә сульфонобицикло[3.2.0]гептандар синтезланып, мономерҙар сифатында тәҡдим ителә (Р.С.Йәнекәев, В.Ш.Шәйхразиева). Шешеүгә ҡаршы яңы стероид булмаған берләшмәләр, быуындарҙың ревматик ауырыуҙарын дауалау өсөн диоксилан препараты алына (Д.Н.Лазарева, Б.В.Флехтер). 80‑се йй. 2,4,6,8‑тетратиоадамантан сығарылмалары нигеҙендә блоклы органик быяла стабилизаторҙары эшләнә һәм етештереүгә индерелә (Ф.З.Ғәлин, Б.М.Лерман, С.Р.Рафиҡов). Көкөрт илидтарынан индолизидин‑, пирролизидиндион рәттәре алкалоидтарының аналогтары, ш. иҫ. шешкә ҡаршы камптотецин препараты алына (Ғәлин, С.Н.Лакеев). БДУ‑ла Ю.В.Светкин етәкс. 4‑оксотиоизолидиндың сығарылмалары һәм фармакологик актив булған 2‑бензилиден‑, 2‑изопропилиденгидразонотиозолидондар‑4 синтезлана (С.А.Васильева, А.Н.Миңлебаева, Д.Я.Мөхәмәтова һ.б.). Осоусан К.б. анализлауҙың хроматографик ысулы эшләнә (Айвазов, Ф.Х.Ҡудашева). 70—90‑сы йй. Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда метил спирты м‑н көкөртлө водород реакцияһын файҙаланып диметилсульфидты (М.Ф.Панкратова, Ю.М.Пинегина), пиперилен м‑н көкөртлө водородты дегидроцикллаштырып 2‑метилтиофенды (В.Б.Абрамович, Рәфҡәт М.Мәсәғүтов, Панкратова), тетрагидрофуранды рецикллаштырып алынған тиоландан сульфоланды (С.В.Ковтуненко, М.Ф.Мәзитов, З.Ә.Сөләймәнова, И.С.Фәйзрахманов, А.Х.Шәрипов һ.б.) синтезлау технологиялары эшләнә. 1992—2008 йй. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында тәүге тапҡыр көкөртлө фуллерендар — майҙарға присадкалар синтезлана (У.М.Джемилев). Көкөртлө водородты карбониллы берләшмәләр, аминдар м‑н цикллаштырып уникаль гетеро‑, макрогетероциклдар, көкөртлө водородты йотоусы матдәләр уйлап табыла (Р.С.Әлиев, В.Р. Әхмәтова). “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ‑нда (С.А.Ланге) РФА Себер бүлексәһенең Катализ ин‑ты м‑н берлектә (Машкина, В.Г.Соловьёв һ.б.; Новосибирск ҡ.) 1,3-бутадиен һәм көкөрт диоксидынан сульфолен‑3 синтезлау, уны алюмин‑палладий катализаторы м‑н сульфоланға — ароматик угдеводородтарҙың, ионлы аккумуляторҙарҙағы литий тоҙҙарының эреткесенә тиклем гидрирлау технологияһы эшләнә (В.С.Колосницын һ.б.).

Л.Ә.Баева, Н.К.Ляпина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке