КОГНИТИВ ЛИНГВИСТИКА, тел ғилемендәге тел һәм фекерләү мөнәсәбәте мәсьәләләрен; танып белеү процесында телдең ролен; лексик һәм грамматик семантикаға һалынған төрлө типтағы белемде ойоштороу һәм фаразлау ысулдарын һ.б. өйрәнгән йүнәлеш. К.л. теорияһы, семантик билдәләр һәм функциялар (семантик, лексик-семантик, һүҙ төркөмдәре-ара һ.б. типтағы саралар; ш. уҡ ҡара: Функциональ грамматика) дөйөмлөлөгөнә нигеҙләнеп, тел категорияларын һәм лексик берәмектәр төркөмөн классификациялау принциптарын өйрәнгән функциональ лингвистика йоғонтоһонда формалаша. Когнитив психология, культурология, логика, нейрофизиология, философия һ.б. м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә.

Антропоцентризм К.л. төп принцибы булып тора, уға ярашлы тел системаһында үҙәк урынды тел шәхесе (кеше — уның телендә сағылған мәҙәни, психик, соц., этник компоненттар йыйылмаһы) биләй. К.л. семантиканы ҙурайтыуға булышлыҡ итә: телдәге мәғәнә К.л. төп категорияһы булған концепт төшөнсәһе — танып белеү процесында субъектив тәжрибәне сағылдырған кеше хәтеренең абстракт берәмеге м‑н сағыштырып ҡарала. Концепт телдә айырым һүҙҙәр, синтаксик конструкциялар, текстар һ.б. аша белдерелә һәм үҙенең типик вәкиленең (прототип) образына эйә була. Вербализацияланған концепттар йыйылмаһы донъя тел картинаһы төҙөлөшө нигеҙендә ятҡан концепт‑мөхитте хасил итә.

БР‑ҙа К.л. 1990 йй. алып үҫешә. Телдең когнитив һүрәтләү принциптары тәүге тапҡыр Т.Ә.Килдебәкова тикшеренеүҙәрендә ҡулланыла, ул телдәге номинация типологияһын һәм когнитив һүҙлектең (ҡара: Лексикография, Һүҙлектәр) төҙөлөшөн асыҡлай. К.л. мәсьәләләренә З.М.Дударева, М.В.Зәйнуллин, Л.М.Зәйнуллина, С.В.Иванова, В.М.Кәлимуллина, Р.Ә.Кәримова, Р.З.Мерәҫов, А.Р.Мөхтәруллина, Л.А.Сергеева, Р.Х.Хәйруллина, З.З.Чанышева, С.Ғ.Шафиҡов, В.Ә.Шәймиев, Е.А.Яковлева һ.б. хеҙмәттәре арналған. Ғалимдар тарафынан лексика һәм фразеологияның концептуаль анализы тормошҡа ашырыла: ситуатив бәйләнгән концепттарҙың вербаль репрезентацияһын (“күреү”, “ҡиәфәт”, “һөйләү”, “эшмәкәрлек”, “йәшәү” һ.б.) һәм концепт-мөхиттәрҙе (“кешенең эске донъяһы”, “ваҡыт” һ.б.) телмәр эшмәкәрлегенә таянып һүрәтләү. Грамматика өлкәһендә грамматик категорияларҙы, дериваттарҙы (ҡара: Һүҙьяһалыш), һүҙ төркөмдәрен өйрәнгәндә когнитив метод файҙаланыла, ул концепттарҙың өҫтәлмә билдәләрен асыҡларға булышлыҡ итә. Һүҙҙәрҙең ярашыуы һүҙлек һәм текст мөнәсәбәте мәсьәләләрен күтәрә: төрлө типтағы текстар төҙөлөшөндә автор һәм уҡыусы йәки һөйләүсе һәм тыңлаусы мөнәсәбәттәренең когнитив система аспекттары күҙәтелә. К.л. телдең дөйөм төшөнсәләрен анализлай һәм тәғәйен телдең мәғәнә типтарын, концепттың милли үҙенсәлеген (башҡорт теле, инглиз теле һәм француз теле м‑н сағыштырып, урыҫ теле материалында) асыҡлаған сағыштырма эҙләнеүҙәрҙең нигеҙе булараҡ сығыш яһай.

Әҙәб.: Гафарова Г.В., Кильдибекова Т.А. Когнитивные аспекты лексической системы языка. Уфа, 1998; Попова З.Д., Стернин И.А. Очерки по когнитивной лингвистике. Воронеж, 2002; Кильдибекова Т.А. Функционально-когнитивный словарь русского языка (языковая картина мира). М., 2013.

С.В.Овчинникова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке