КОГАН Лев Наумович (20.3.1923, Свердловск ҡ. — 15.7.1997, Екатеринбург ҡ.), философ. БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), филос. ф. д‑ры (1963), проф. (1965). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1983). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (1945) 1966 й. тиклем һәм 1977 й. алып шунда уҡ уҡыта (1961—88 йй. социология-сәйәсәт фәндәре каф. мөдире), 1966—77 йй. СССР ФА Урал ғилми үҙәге Иҡтисад ин‑тының (икеһе лә — Свердловск) бүлек мөдире. Фәнни хеҙмәттәре культурологияға һәм мәҙәниәт социол. арналған. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Цель и смысл жизни человека. М., 1984; Человек и его судьба. М., 1988.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.