КОГАН Ольга Станиславовна (11.1.1959, Өфө), спорт медицинаһы табибы. Мед. ф. д‑ры (2008), проф. (2013). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) Өфө Хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда, 1996 й. алып БДПУ‑ла эшләй. 2001 й. башлап Башҡ‑н физик культура ин‑тында: адаптив физкультура ф‑ты деканы, 2002 й. — спорт медицинаһы каф. мөдире; 2014 й. алып ӨДИСА‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге спортсылар һаулығын һаҡлау һәм соц. яҡлау мәсьәләләренә, уларҙың реабилитацияһын камиллаштырыуға һәм күнекмәләр процесын ҡулайлаштырыуға арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Сохраним здоровье наших детей. Уфа, 2013 (авторҙ.); Оздоровление девочек младшего школьного возраста с нарушением осанки методами лечебной физической культуры на занятиях спортивной аэробикой. Уфа, 2013 (авторҙ.); Программа двигательной рекреации и социальной адаптации лиц с ограниченными возможностями средствами доступного туризма. Уфа, 2015 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке