КӨКӨРТ (Sulfur), S, Д.И.Менделеев периодик системаһының VI төркөм химик элементы. Үҙенсәлекле еҫле һары төҫтәге кристалл, tиреү 112,8оС, tҡайнау 444,6оС, тығыҙлығы 2085 кг/м3 (α‑форма). Көкөртлө углеродта эрей, һыуҙа эремәй. Бактерицид әүҙемлеккә эйә, үҙлелеге, йылы һыйҙырыу-санлығы, төҫө аномалиялы үҙгәреүсән. Йылытҡанда төрлө металдар һәм металл булмаған матдәләр м‑н (азот, алтын, инерт газдар, иод, платинанан башҡа) тәьҫир итешә. Башҡортостанда саф көкөрт рәүешендә, мәғдәндәр (ҡара: Пирит, Халькопирит), нефть, тәбиғи газ составында осрай. Газ К. сығарыу киң таралған; уның төрлө тауар (киҫәкле, төйөлгән, гранулаланған, шыйыҡ хәлдә һ.б.) һәм препаратив (коллоид, еүешләнә торған онтаҡтар, полимер хәлендәге) формаларын етештерәләр. Саф К. иретеү, мәғдәндәрҙе һәм К. оксидын ҡайтарыу (көкөртлө нефттәрҙе, газ конденсаттарын эшкәрткәндә), углеводород газдарынан көкөртлө водородты окисландырыу юлдары м‑н алалар. 1943 й. алып К. Ишембай газолин з‑дында (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы) сығарғандар, 60‑сы йй. алып Туймазы һәм Шкапов газ эшкәртеү з‑дтарында сығаралар; шыйыҡ хәлдәге, киҫәкле газ К. — “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда, Өфө һәм Яңы Өфө НЭЗ‑дарында, 2005 й. — “Уфанефтехим” ААЙ‑нда етештерәләр. Етештереү күләме 1990 й. 70 мең т, 2006 й. — 112,7, 2009 й. — 198,5 мең т тәшкил иткән. БР‑ҙа күбеһенсә көкөрт кислотаһын сығарыу өсөн файҙаланыла; ш. уҡ РФ‑тың башҡа төбәктәренә, Германияға, Голландияға, Ҡытайға, Финляндияға һ.б. ебәрелә. К. химияһының үҫеше яғыулыҡтарҙы көкөрттән таҙартыу проблемаһы м‑н бәйле. 70—80‑се йй. көкөртлө водородты тура каталитик окисландырыу юлы м‑н К. алыу технологияһы эшләнә (Ф.Р.Исмәғилев), сығарылған газдарҙы яңынан таҙартыу ҡоролмаһы өҫтәлә (Т.Р.Жданов, А.В.Подшивалин), КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында ин- дерелә. 90‑сы йй. К. битумдарҙың һығылмалылығын, окисланыуҙан иҫкереүенә ҡаршы тороусанлығын арттырыу өсөн уларға өҫтәмә сифатында ҡуллана башлайҙар (Э.Ғ.Теләшев, И.Р.Хәйрудинов). Көкөртлө битумдарҙың модификаторҙары тәҡдим ителә (Н.Г.Евдокимова, Б.С.Жирнов), кальций полисульфидының һыулы препараттарын һеңдереү юлы м‑н күҙәүле төҙөлөш материалдарының (В.В.Бабков, И.А.Массалимов), 140°С‑та шыйыҡ көкөрт һеңдереп ағас плиталарҙың файҙаланыу үҙсәнлектәре яҡшыртыла һ.б. Яңы препаратив һәм эшкәртелгән формалары, уларҙың нигеҙендә композициялар табыла (А.И.Ильясова, С.Г.Карчевский, С.Н.Лакеев, Ю.А.Сангалов), улар үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары (А.Ә.Мифтахов), микроашламалар (Р.Р.Исмәғилев), гидрофобизаторҙар (Сангалов) сифатында һынауҙар үтә; ҡайтарылыусы деформация тәьҫирендә К. һәм полиэтилендан иретмәһенең ағыусанлығы, адгезия, ныҡлығы, һығылмалығы яҡшыртылған юғары дисперслы композициялар эшләнә (К.С.Минскер, Р.М.Әхмәтханов), поливинилхлоридтың термоокисландырыу деструкцияһын К. яйлатыуы асыла (С.В.Колесов, Әхмәтханов). К. һәм диен углеводородтары нигеҙендә туйынмаған тиа‑дитиацикландарҙың, алкенилалкилсульфидтарҙың каталитик синтезы башҡарыла (Н.З.Байбулатова, У.М.Джемилев, Р.В.Ҡунаҡова). Көкөрт ингән материалдарҙы рентгенографик, рентген структуралы тест б‑са һынауҙың экспресс‑ысулы эшләнә (Сангалов, Я.Л.Шестопал).

Әҙәб.: Менковский М.А., Яворский В.Т. Технология серы. М., 1985; Грунвальд В.Р. Технология газовой серы. М., 1992; Сангалов Ю.А., Карчевский С.Г., Теляшев Р.Г. Элементная сера. Состояние проблемы и направления развития. Сера, высокосернистые соединения и композиции на их основе. Уфа, 2010.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке